Борай районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Бураевский район битенән йүнәлтелде)
Борай районы
Герб
Герб
Флаг (аңлатма)
Флаг
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Статус

муниципаль район

Урынлашҡан урыны

Башҡортостан

Берләштерә

14 ауыл биләмәһе

Административ үҙәк

Борай ауылы

Барлыҡҡа килеүе

20 август 1930

Хакимиәт башлығы

Нурисламов Борис Шәрәфғәли улы

Муниципаль район Советы рәйесе

Вяльшин Ремил Закир улы

Халҡы (2010)

25 982

Тығыҙлығы

16 кеше/км²

Майҙаны

1 820 км² (35 урын)

Борай районы на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Автомобиль номерҙары коды

02, 102

Рәсми сайты

Борай районы (рус. Бураевский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Борай ауылы. Районда 25982 кеше йәшәй.

Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Майҙаны — 1820 км². Халыҡ һаны (мең кеше): 1979 — 39,2; 1989 — 29,7; 1995 — 29,2. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — км²-ға 16 кеше. Күпселек башҡорттар, удмурттар һәм татарҙар йәшәй. Район үҙәге — Борай ауылы.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Район территорияһында Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең һәм Түбәнге Ағиҙел уйһыулығының бер өлөшөн биләй, төньяҡ урман-дала ауыл хужалығы зонаһына инә. Климаты йылы, аҙ ғына ҡорораҡ. Тере Танып йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары йылға селтәрен тәшкил итә. Киң япраҡлы, ылыҫлы урмандар дөйөм майҙаны 17%-тан күберәген биләй, 81 % тирәһе — ауыл хужалығы ерҙәре. Ере көлһыу ҡара, һоро урман һәм туғай тупраҡлы.

Район территорияһы геотектоник йәһәттән Бөрө биләненә һәм Башҡортостан көмбәҙенең сиктәге зонаһына ҡарай. Нефть ятҡылыҡтары асылған (Борай, Касияр, Киҙгән һ.б.), шулай уҡ Әзәк, Борай, Баҙраҡ, Казанцево һәм Мулла балсыҡ, ҡом ятҡылыҡтары кирбес һуғыуға яраҡлы. Запасы — 2 млн м³. Салҡаҡ һәм Вострецово ауылы араһында дөйөм запасы 7,6 млн м³ булған Ҡара Яр һәм Меңле ҡомло-ҡырсынташ ятҡылыҡтары бар.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 58 117 [1][2]
1959 47 761 [3][2]
1970 47 896 [4][2]
1979 39 204 [5][2]
1989 29 728 [6][2]
Йыл Халыҡ һаны
2002 28 320 [7][2]
2008 26 719 [8]
2009 26 330 [9]
2010 25 154 [10]
2012 24 449 [11]
Йыл Халыҡ һаны
2013 23 974 [12]
2014 23 437 [13]
2015 22 961 [14]
2016 22 561 [15]
2017 22 146 [16]
Йыл Халыҡ һаны
2018 21 892 [17]
2019 21 380 [18]
2021 21 828 [19]

Иҡтисад[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Етештереүҙең төп тармағы — ауыл хужалығы. Ул иген культуралары (яҙғы бойҙай, ужым арышы, ҡарабойҙай, борсаҡ), картуф үҫтереү, һөт-ит малсылығы һәм сусҡасылыҡ буйынса махсуслашҡан. Сәнәғәте ваҡ нефть промыслалары, сыр-май, ҡатнаш мал аҙығы з-дтары һәм ремонт-техника, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү, төҙөлөш материалдары етештереү предприятиеларынан тора.

Транспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Район терретироияһы аша Өфө—Яңауыл автомобиль юлы үтә. Ағиҙел йылғаһындағы Вострецово пристане республика йылға транспорты системаһына инә.

Соцаль-мәҙәни өлкә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Районда 63 дөйөм белем биреү мәктәбе шул иҫәптән 20 урта мәктәп, 34 дөйөм китапхана, 73 клуб учреждениеһы, 3 дауахана бар. Тыуған яҡты өйрәнеү (Борай ауылы) һәм С. С. Вострецовтың мемориаль музейҙары эшләй.

Татар телендә «Алга» район гәзите сыға.

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. перепись населения СССР 1939 года
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  3. перепись населения СССР 1959 года
  4. перепись населения СССР 1970 года
  5. перепись населения СССР 1979 года
  6. перепись населения СССР 1989 года
  7. Всероссийская перепись населения 2002 года
  8. 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  9. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 18 май 2015 года.
  10. Всероссийская перепись населения 2010 года
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 16 май 2013 года.
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 12 октябрь 2013 года.
  13. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 10 август 2014 года.
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
  15. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (5 октябрь 2018). Дата обращения: 15 май 2021. Архивировано 8 май 2021 года.
  16. https://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  17. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  18. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
  19. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года. На 1 октября 2021 года. Том 1. Численность и размещения населения (XLSX). Дата обращения: 1 сентябрь 2022. Архивировано 1 сентябрь 2022 года.
  20. Башҡорт энциклопедияһы — Бикбов Сәрүәй Шәйбәк улы 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 20 октябрь 2018)
  21. Башҡорт энциклопедияһы — Гәрәев Ибраһим Сәхипгәрәй улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2018)
  22. Башҡорт энциклопедияһы — Ғәзизов Хәтиб Шәрифйән улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 апрель 2019)
  23. Башҡорт энциклопедияһы — Сәмиғуллин Рәдис Ниғәмәтйән улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 12 апрель 2019)
  24. Звание народной артистки Башкортостана вручили родным покойной Хамдуны Тимергалиевой. ИА «Башинформ», 15 сентября 2020 года (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2020)
  25. Башҡорт энциклопедияһы — Тимерғәлиева Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 20 май 2019)
  26. Набиуллин Р. Б. История деревни Абдуллино. Сборник архивных документов, воспоминаний. — Салават: Издательство «Фобос», 2012. — 352 с. — ISBN 978-5-903334-42-1(рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 август 2017)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]