Швайштейн Моисей Хаимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Швайштейн Михаил Ефимович битенән йүнәлтелде)
Швайштейн Моисей Хаимович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 октябрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (87 йәш)
Тыуған урыны Витебск, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө музыка педагогы, скрипкасы
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы
Музыка ҡоралы скрипка
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостандың халыҡ артисы

Швайштейн Моисей Хаимович (2 октябрь 1936 йыл) — скрипкасы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Моисей Хаимович (Михаил Ефимович[1]; Швайштейн 1936 йылдың 2 октябрендә Белоруссия ССР-ның Витебск ҡалаһында тыуған.

1954 йылда Өфө музыка училищеһын (педагогы М. Г. Файн), 1959 йылда — П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһын (педагогы М. Б. Питкус) тамамлаған.

Консерваторияны тамамлағандан һуң 1959-1962 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында оркестр солисы һәм концертмейстеры булып эшләй. 1959 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы.

Концерт эшмәкәрлеге менән бер үк ваҡытта 1962-1972 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында ҡыллы ҡоралдар бүлегендә, 1972 йылдан — Өфө сәнғәт институтында уҡытыусы булып эшләй, 1986 йылдан — ҡыллы музыка ҡоралдары кафедраһы мөдире, профессор (1993).

Уҡыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Швайштейн Моисей Хаимовичтың уҡыусылары — скрипкасылар Л. Айкаев, Л Минибаева, Ф. Ситдиҡова, Н. Кириллова.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Моисей Хаимович Швайштейн — 20 ғилми-методик эштәр, ике скрипка өсөн пьесалар йыйынтығы авторы (Өфө, 1982, 1986).

«Мелодия» фирмаһында уның башҡарыуында башҡорт композиторҙарының скрипка музыкаһы яҙылған 2 диск сығарылған.

Репертуары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сит ил әҫәрҙәре, рус классикаһы, хәҙерге заман, шул иҫәптән башҡорт композиторҙары, әҫәрҙәре.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1972)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башкирская энциклопедия — Швайштейн Михаил Ефимович 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2018)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]