Эстәлеккә күсергә

Подлесная Тавла

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Подлесная Тавла
эрзя Вирь Тавла
Рәсми тел мордовские языки[d] һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Подлесно-Тавлинское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Подлесно-Тавлинское сельское поселение[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 702 кеше (2002)[2],
608 кеше (2010)[2],
603 кеше (2012)[3],
603 кеше (2013)[4],
600 кеше (2014)[5],
591 кеше (2015)[6],
581 кеше (2016)[7],
577 кеше (2017)[8],
571 кеше (2018)[9],
573 кеше (2019)[10],
564 кеше (2020)[11],
564 кеше (2021)[12]
Почта индексы 431583
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1649
Карта

Подлесная Тавла (эрзя Вирь Тавла) — Мордва Республикаһының Кочкур районы ауылы, Подлесная Тавла ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

«Саранск таможня китабында» телгә алына (1692). 1706 йылғы документтар буйынса Подлесная Тавлала 57 йорт була. 1867 йылда ауылда Христорождественский сиркәүе төҙөлә. (2001 йылда тергеҙелгән).

"Пенза губернаһындағы тораҡтар исемлеге"ндә (1869) Подлесная Тавла — 183 ихатаһы булған Саранский өйәҙе ҡаҙна ауылы; унда 3 тирмән һәм май эшләү кәсепханаһы була. 1914 йылда ауылда 299 ихата иҫәпләнә. 1929 йылда «Эрзянь таңдары» («Моҡша заря») коммунаһы ойошторолған , 1931 йылда — «Эрзя» һәм «Ҡыҙыл трактор» колхоздары барлыҡҡа килә, ә 1939 йылда улар 18-се партсъезд колхозына берләштереп, эреләтелә, 1997 йылдан — СХПК, 2001 йылдан башлап — «Тавла» ЯСЙ.

Ауылда мәҙәниәт йорто (хәҙер авария хәлендә булыу арҡаһында ябылған) бар, төп мәктәп, шулай уҡ Подлесный-Тавла эксперименталь балалар сәнғәт мәктәбе, ауыл хужалығы предприятиеһы — ЯСЙ «Тавла» агрофирмаһы эшләй.

2006 йылдың 6 сентябрендә В. И. Ромашкин исемендәге уникаль йорт-музей «Этно-Кудо» асылған[13].

Христорождественский сиркәүе бар. 1867 йылда Рождество Христова хөрмәтенә төҙөлгән ағас сиркәү совет осоронда тулыһынса емерелгән. Мордовия һәм Саранск епархия барлыҡҡа килгәндән һуң, тергеҙелгән мәхәлләгә элекке бер ҡатлы колхоз ашханаһы бинаһы тапшырыла (2001 йыл). Артабан был бина кирбес менән көпләнә, ҡыйығы өҫтөндә алтын менән ялатылған көмбәҙ баҫтырыла, тәре ҡуйыла. Сиркәү янында һигеҙ мөйөшлө ике ҡатлы, сатырлы көмбәҙле саң манараһы төҙөлә. Сиркәү территорияһы биҙәкле тимер ҡойма менән уратыла. Ауыл халҡы тарафынан һаҡланған боронғо ғибәҙәтхананың иконалары яңы сиркәүгә кире ҡайтарыла.

Ауылдың күренекле кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ауылда Советтар Союзы Геройы Иван Кудашкин тыуған. Мәктәп бинаһына уның хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[14].
  • ғалим И. Ф. Каргин[15].
  • ағасты һырлап киҫеүсе Калаганонь Керяз (П. В. Рябов)

Ағас һырлау мәктәбе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тавла ауылы ағас һырлау менән билдле. Уның һырланыуында богородский уйынсығына оҡшашлыҡтары бар, ләкин бындағы ағас һырлауҙың тик үҙенә генә хас, айырым колоритлығы бар. Тавла оҫталарының эшендәге үҙәк урынды йыш ҡына юмор менән һуғарылған төрлө тормош хәлендәге кеше образдары биләй.

Ағас һырлау мәктәбенә 1970 йылда Ичалков педагогия училищеһын тамамлаусы Николай Иванович Мастин нигеҙ һала. Ул ауыл мәктәбендә ағас һырлау түңәрәге ойоштора, артабан был түңәрәк эксперименталь балалар сәнғәт мәктәбенә әйләнә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 Численность и размещение населения Республики Мордовия. Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года. Дата обращения: 19 ғинуар 2015. Архивировано 25 июль 2014 года.
  3. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 16 май 2013 года.
  4. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 12 октябрь 2013 года.
  5. Оценка численности постоянного населения Республики Мордовия на 1 января 2014 года и в среднем за 2013 год. Дата обращения: 30 март 2014. Архивировано 28 март 2014 года.
  6. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
  7. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (5 октябрь 2018). Дата обращения: 15 май 2021. Архивировано 8 май 2021 года.
  8. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (31 июль 2017). Дата обращения: 31 июль 2017. Архивировано 31 июль 2017 года.
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года. Дата обращения: 25 июль 2018. Архивировано 26 июль 2018 года.
  10. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2019 года. Дата обращения: 31 июль 2019. Архивировано 2 май 2021 года.
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года. Дата обращения: 17 октябрь 2020. Архивировано 17 октябрь 2020 года.
  12. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года. На 1 октября 2021 года. Том 1. Численность и размещения населения (XLSX). Дата обращения: 1 сентябрь 2022. Архивировано 1 сентябрь 2022 года.
  13. В Мордовии открылся дом-музей основателя фольклорной группы «Торама» Владимира Ромашкина 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  14. / сост. А. Н. Поршаков. — Саранск: Мордов. кн. изд-во Управления по делам издательств, полиграфии и книжной торговли Совета Министров Мордовской АССР, 1977. — С. 216. — ISBN 0-2-8-4-133.
  15. ФГБОУ ВПО "МГУ им. Н. П. Огарёва: Каргин И. Ф. 2018 йыл 2 декабрь архивланған.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Энциклопедия Мордовия, О. В. Дулкин.